6 декабрь, Шишәмбе

30 апрель 2013 йыл, 13:53

«Рәсәй – ваҡыт буйлап сәйәхәт» акцияһында еңеүсе билдәләнде

автор: Сергей Захаров | фото: Эльза Тимерғәлиева

Өфө ресторандарының береһендә ашнаҡсы булып эшләгән Кирилл Гусев «Рәсәй – ваҡыт буйлап сәйәхәт» акцияһында еңеүсе булды, уға төп приз — «Лада-гранта» автомобиле тапшырылды. Башҡа ҡатнашыусыларҙы күпкә артта ҡалдырып, ул 4181 дөрөҫ смс-хәбәр ебәргән.

27 апрелдә Телеүҙәктә ойошторолған тантаналы сараға еңеүсе ҡатыны һәм улы менән килде. Бәйге тураһындағы тәьҫораттары менән бүлешеп, ул акцияны ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе.

Конкурсҡа йомғаҡ яһау тантанаһына Башҡортостандың төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар килде. Уларҙың күптәре шулай уҡ әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн акцияны ойоштороусыларҙан һәм партнерҙарҙан бүләктәр һәм ҡиммәтле приздар менән наградланды.

Геннадий Родионов, Нәзифә Ҡадырова, Айҙар Ғәлимов, Роберт Юлдашев кеүек танылған артистарҙың, шулай уҡ «Холмичи» ансамбленең сығыштары байрамға тағы ла йәм өҫтәне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Рәсәй – ваҡыт буйлап сәйәхәт» акцияһы «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының, «Ижтимағи электрон гәзит»тең һәм «Республика Башкортостан» гәзитенең мәғлүмәти ярҙамы менән 25 мартта старт алғайны. «Россия — Башкортостан» медиахолдингының бөтә каналдарында йәмғеһе 30-ға яҡын сюжет күрһәтелде, акция сиктәрендә республиканың төрлө райондарынан 25 мең 64 смс-хәбәр ҡабул ителде.

Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән «Ижтимағи электрон гәзит» биттәрендә һәм проекттың рәсми сайтында танышырға мөмкин.