11 декабрь, Йәкшәмбе

30 апрель 2013 йыл, 11:39

Толбазы балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр «Китаптар - балаларға» акцияһында ҡатнашыусыларҙан бүләктәр алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

29 апрелдә Толбазы балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр Башҡортостандың берҙәм рәсәйлеләре менән ойошторолған яңы проект сиктәрендә тәүге китаптар алды. 350 һүрәтле баҫма хәҙер учреждение китапханаһын тулыландырасаҡ. Проектта ҡатнашыусылар Ауырғазы районына йәмғеһе 1600 китап алып килде, ҡалғандары мәктәптәр буйлап таратыласаҡ.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов балаларға китаптар тапшырып, проект тураһында һөйләне. Республикала ул 10  апрелдә старт алды. Бындай идея менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе сығыш яһаны. Проект сиктәрендә балалар йорттарында, интернаттарҙа, ауыл мәктәптәрендә һәм дауаханаларҙа урынлашҡан китапханалар фондын тулыландырыу планлаштырыла.

«Китаптар — балаларға» проектының киң мәғлүмәт саралары менән эшләү буйынса белгесе Людмила Цируль хәбәр итеүенсә, партияның ҡала һәм райондарҙа урынлашҡан бүлексәләрендә китаптар ҡабул итеү буйынса 25 пункт булдырылған. Акцияға республиканың алты ҡалаһы ҡушылған.

Идеяны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та күтәреп алды. Ул барлыҡ республика халҡын проектта ҡатнашырға саҡырҙы.