3 декабрь, Шәмбе

30 апрель 2013 йыл, 11:12

Башҡортостанда болотло һауа торошо һаҡлана

автор: Әлим Фәйезов

БР Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиткә мониторинг идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә республикала ямғыр яуыуы, Күмертауҙа, Белоретта көслө ямғыр яуыуы күҙәтелде. Урал аръяғында секундына 24 метр тиҙлектәге ел иҫте. Һауа температураһы көндөҙ төньяҡ төбәктәрҙә – плюс 7-12 градус, көньяҡ төбәктәрҙә плюс 18-24 градус тәшкил итте.

30 апрелдә аяҙлы-болотло була. Төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә – минус 1 — плюс 4, көндөҙ плюс 10-15 градус була.

темалар: һауа торошо