Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

БДПУ «Йәшел мәктәп» экологик акцияһын үткәрә

Йәмғиәт

Шишәмбе, 30 апрелдә, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән ойошторолған «Йәшел мәктәп» экологик проекты старт ала. Ул Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә үткәрелә. Проектта ситтән тороп Баварияның мәктәп уҡыусыһы Феликс Финкбайнер ҡатнашасаҡ. Ул бөтә донъя буйлап ағас ултыртыу менән шөғөлләнгән «Plant-for-the-Planet» ойошмаһын булдырған. Акция Экологик белем көнөнә һәм Халыҡ-ара ағас ултыртыу көнөнә ҡарата үткәрелә.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай идея менән БДПУ-ның йәштәр советы сығыш яһаған. Тәүге тапҡыр ул 2012 йылдың көҙөндә ойошторолған: уҡыу йорто студенттары һәм уҡытыусылары ул ваҡытта «Сәлих» мәғариф үҙәгендә ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртҡан.

Әлеге акция БР Урман хужалығы министрлығында хуплау тапты, уның ҡармағында булған учреждениелар 30 меңгә яҡын үҫенте бирҙе.  

— Проект сиктәрендә иҫтәлекле аллеялар булдырыу, ағас ултыртыу планлаштырыла. Сараларға ҡала һәм муниципаль район халҡын, һуғыш ветерандарын, атҡаҙанған уҡытыусыларҙы, мәктәп уҡыусыларын саҡырыу планлаштырыла. Акцияла ҡатнашыусыларға видео аша Феликс Финкбайнер мөрәжәғәт итәсәк, — тип хәбәр итте БДПУ-ның матбуғат үҙәге етәксеһе Ольга Печаткина. — «Йәшел мәктәп» проектын башлап ебәреү урыны итеп Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала гимназияһы һайланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть