7 декабрь, Шаршамбы

30 апрель 2013 йыл, 10:03

Төбәктең иң яҡшы гармунсылары Яңауылда йыйыласаҡ

автор: Алик Шакиров

16 һәм 17 майҙа Яңауыл ҡалаһында Фәтих Ихсанов призына «Моңға бай гармун байрамы-2013» исемле сара үтә. Матур йолаға әүерелгән был байрам быйыл етенсе тапҡыр үткәрелә. Сараны ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, муниципаль район хакимиәте сығыш яһай.

Бәйге ике йәш категорияһы буйынса үткәрелә: 16 йәшкә тиклемге һәм 17 йәштән олораҡ гармунсылар. Һәр ҡатнашыусы ике көй уйнап ишеттерергә тейеш. Жюри составына Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының танылған мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре инә.

Гран-при яулаусыға быйыл 30 мең һум аҡса тапшырыласаҡ. 17 майҙа Яңауылдың мәҙәниәт һәм ял паркында гармунға һәйкәл асыу планлаштырыла.

Конкурс гала-концерт менән тамамланасаҡ, унда Мәскәүҙән килгән гармунсы Михаил Морозов, Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр йырсылары Әнүәр Нурғәлиев, Хәлит, Лилиә һәм Айнур Фәтиховтар сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр иттеләр Яңауыл районы хакимиәтенән.