3 декабрь, Шәмбе

29 апрель 2013 йыл, 17:41

Республика һөт етештереү буйынса Рәсәйҙә икенсе урында тора

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостанда 3013 йылдың беренсе кварталында 330,2 мең тонна һөт етештерелгән, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Шуларҙың 120,9 мең тоннаһы — ауыл хужалығы предприятиеларына (2012 йылға ҡарата 96,3 процент),  186,7 мең тоннаһы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға тура килә (үткән йылдағы ошо уҡ осор менән сағыштырмаса 100,1 процент).  

Башҡортостанда етештерелгән һөт өлөшө Рәсәй Федерацияһында — 5,3 процент, Волга буйы федераль округында 16,4 процент тәшкил итә. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәй Федерацияһында һәм Волга буйы федераль округында икенсе урында тора.