10 декабрь, Шәмбе

29 апрель 2013 йыл, 15:29

Башҡортостан – Рәсәйҙең иң бәхетле төбәктәре иҫәбендә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Рәсәйҙең ун иң бәхетле төбәге иҫәбенә инде. Иң бәхетле кешеләр йәшәгән төбәктәр исемлегендә республика алтынсы баҫҡысты биләй. Социологик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре менән Йәмәғәтселек фекере фонды таныштыра.

«Дөйөм алғанда, һеҙ бәхетлеме әллә бәхетһеҙ кешеме?» тигән һорауға республика халҡының 80 проценты ыңғай яуап биргән.

Халыҡтың иң күп бәхетле кешеләр булған төркөмө — студенттар (88 процент), бынан һуң килеме 25 мең һумдан ашыу булған кешеләр һәм етәкселәр килә.

60 йәштән олораҡ кешеләр, эшләмәгән пенсионерҙар һәм эш эҙләүселәр үҙҙәрен бәхетһеҙ тип атаған.

Белешмә. Йәмәғәтселек фекере фонды – бойондороҡһоҙ социологик хеҙмәт. 1992 йылға тиклем Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге ҡарамағында эшләгән, 1992 йылдан башлап үҙ аллы эшмәкәрлек алып бара. Йәмәғәтселек фекере фонды тикшеренеү компанияларҙың профессиональ рейтингында беренсе урын биләй (Тикшеренеү компаниялары рейтингы – 2010).