10 декабрь, Шәмбе

29 апрель 2013 йыл, 14:47

Республикала «Студент яҙы-2013» фестиваленә йомғаҡ яһалды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Лилиә Мурсалова

Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Студент яҙы-2013» фестиваленең гала-концерты үтте. Сарала студенттарҙың иң яҡшы концерт номерҙары тәҡдим ителде.

Быйыл фестивалдә йәмғеһе 70 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Гала-концертта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов, «Студент яҙы» йәштәр араһында киң популярлыҡ яулауын дауам итә, тип билдәләне. Профсоюздар федерацияһы рәйесе юғары уҡыу йорттары етәкселәренә студенттарҙы фестивалгә әҙерләү йәһәтенән ҙур эш башҡарғандары өсөн рәхмәт әйтте.

Буласаҡ инженерҙар, экономистар, педагогтар, юристар, биология һәм география белгестәре, нефтселәр үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте. Һәр номер ҡабатланмаҫ һәм сағыу булды.

Фестивалдә сит ил студенттары ла әүҙем ҡатнашты. Өфө дәүләт авиация техник университетынан Жульен Селестин милли барабанда «Мангутрака» композицияһын уйнап ишеттерҙе, ә Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Ньяме Нкетиа Девид Валентина Толкунова репертуарынан «Поговори со мною мама» йырын башҡарҙы.

Башҡорт дәүләт университетының Нефтекамалағы филиалынан Ренат Сәлихйәнов Мөслим Магомаевтың «Синяя вечность» йырын башҡарып, Гран-приға лайыҡ булды. Уның көслө тауышы тамашасыларҙы ла, жюри ағзаларын да таң ҡалдырҙы. Шулай уҡ төрлө номинацияларҙа еңеүселәр һәм лауреаттар билдәләнде. Бер нисә ижади коллектив етәкселәренә БР Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары тапшырылды.

Фестивалдә еңеүселәр артабан Ульяновскиҙа үтәсәк Бөтә Рәсәй студент яҙы финалында ҡатнашасаҡ. Әлеге ваҡытта унда ҡатнашыу өсөн делегация формалаштырыла.