Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан «Таҙа республика өсөн!» акцияһына ҡушылды

Йәмғиәт

Башҡортостанда «Таҙа республика өсөн!» экологик акцияһы үтте. Был көндө ҡала һәм район халҡы экологик өмәләр үткәрҙе һәм территорияларҙы, парктарҙы, скверҙарҙы, юлдарҙы, урмандарҙы таҙартыуҙа, ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыуҙа ҡатнашты.

Дөйөм республика өмәһенә Өфө лә әүҙем ҡушылды, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән. Предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, ҡала халҡы урамдарҙы һәм ихаталарҙы, тротуарҙарҙы һәм газондарҙы сүп-сарҙан таҙартты. Акцияла уҡытыусылар, уҡыусылар, студенттар, табиптар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Башҡортостан баш ҡалаһында экологик өмәлә 53 мең кеше ҡатнашты¸814 берәмек техника файҙаланылды. Өфөнө йәшелләндереүгә айырыуса иғтибар бүленде — 2,5 меңдән ашыу ағас һәм 1,6 мең ҡыуаҡ ултыртылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть