7 декабрь, Шаршамбы

29 апрель 2013 йыл, 13:50

Рөстәм Хәмитов: «Социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән алға табан барабыҙ»

автор: Арина Рәхимҡолова

Туймазы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Баҡалы, Бүздәк, Туймазы, Саҡмағош һәм Шаран райондары активы менән осрашты. Төбәк башлығы республиканың социаль-иҡтисади хәле тураһында һөйләне.

– Социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән алға табан барабыҙ. Тормошобоҙ яҡшыра, килемдәр, тиҙ булмаһа ла, арта. Ҙур объекттар төҙөү, етди мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн мөмкинлектәр, ресурстар бар. Әммә хәл итәһе мәсьәләләр бик күп, әлбиттә, — тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, муниципаль властар иҡтисадты үҫтереү буйынса әле булһа иҫке схемалар буйынса эшләй. Муниципалитеттар республика бюджетынан финанс ярҙам көтә, ә улар үҙ көстәренә, үҙ мөмкинлектәренә иҫәп тоторға тейеш.

Буласаҡ депутатлыҡҡа кандидаттар алдында сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов иҡтисад үҫешенең күпселек йәһәттән ғәмәлдәге ҡануниәткә нигеҙләнеүен белдерҙе.

– Закон сығарыусы илдә мөһим кешеләрҙең береһе булып тора. Уларҙың ҡулында көслө ҡорал – норматив документтар, ҡануниәт, закондар сығарыу хоҡуғы бар. Буласаҡ парламентҡа әүҙем, аңлаусан, профессиональ йәһәттән әҙерлекле кешеләрҙең эләгеүе мөһим.

Президент һүҙҙәренсә, иң мөһиме – халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек алып барыу, кешеләрҙе ишетә һәм тыңлай белеү.

Шулай уҡ, республика Президенты билдәләүенсә, ауыл хужалығы өлкәһенә ярҙам күрһәтеү дауам итәсәк. Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү шарттарында был айырыуса актуаль. Бөгөн урындағы етештереүселәр башҡа илдәрҙең ауыл хужалығы прдукцияһы етештереү буйынса юғары технологиялары менән конкурентлыҡ итергә мәжбүр. Шуға күрә дәүләт ярҙамынан тыш, был көрәштә еңеүгә өлгәшеп булмаясаҡ. Президент һүҙҙәренсә, заманса эш алымдарын ҡулланырға кәрәк. Быйыл сәсеү кампанияһына 1,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.

Социаль өлкә тураһында һүҙ йөрөтөп, Рөстәм Хәмитов Өфөлә яңы перинаталь үҙәк төҙөлөүе хаҡында әйтте.

– Был заманса медицина учреждениеһы буласаҡ. Дөйөм хаҡы өс миллиард өс йөҙ илле миллион һум тәшкил итә. Был үҙәк барлыҡ республика халҡын хеҙмәтләндерәсәк, — тип аңлатты төбәк башлығы.

– Демография мәсьәләһе беҙҙең эшмәкәрлектең төп бурысы булып тора. Һәм бындай перианаталь үҙәк хәлде яҡшыға табан үҙгәртергә мөмкинлек бирәсәк, әлбиттә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.