7 декабрь, Шаршамбы

29 апрель 2013 йыл, 13:08

Округ һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡытыу семинарҙары ойошторола

автор: Ғәлиә Нәбиева

БР Үҙәк һайлау комиссияһы округ һайлау комиссияларының рәйестәре, уларҙың урынбаҫарҙары һәм секретарҙары өсөн уҡытыу семнарҙары ойоштора. Дүрт көнгә иҫәпләнгән белем биреү программаһы сиктәрендә семинарҙар, лекциялар үткәреү ҡаралған, тип хәбәр иттеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Республиканың көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ төбәгендә урынлашҡан ҡала һәм райондарҙың округ һайлау комиссиялары вәкилдәре өсөн семинар үткәрелгән дә инде. Дәрестәр БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Нәйлә Алтынова, Комиссия секретары Марина Долматова, Комиссия ағзаһы Ришат Лоҡманов етәкселегендә үткәрелә.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре ҡала һәм райондарҙан коллегалары менән округ һайлау комиссияһы ҡарамағындағы контроль-ревизия хеҙмәтенең эшмәкәрлеген ойоштороу, кандидаттарҙың агитация эшмәкәрлегенә контроллек итеү, округ һайлау комиссиялары эшмәкәрлеген тейешле документтар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен, кандидаттарҙы тәҡдим итеү һәм теркәү тәртибен һәм башҡа һорауҙарҙы тикшерҙе, семинарҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе