8 декабрь, Кесе йома

29 апрель 2013 йыл, 12:19

Рөстәм Хәмитов: «Һайлауҙар конкуренция шарттарында үтергә тейеш»

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов яңы партиялар барлыҡҡа килеүен һәм БР Дәүләт Йыйылышына депутаттар һайлау алдынан сәйәси конкуренцияның көсәйеүен ыңғай баһаланы. Республика башлығы һүҙҙәренсә, конкуренция шарттарында хәҡиҡәт асыҡлана, шуға күрә амбициялы һәм маҡсатҡа ынтылышлы кешеләр булырға тейеш.

– Әммә саманан ашып, барыһын да негативҡа әүерелдерергә ярамай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент, Баҡалы, Бүздәк, Туймазы, Саҡмағош һәм Шаран райондары активы алдында сығыш яһап. – Был партияларҙың да республиканың власть органдарында урын биләү хоҡуғы бар. Йәш партиялар составында аҡыллы, булдыҡлы кешеләр күп.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ һайлауҙарҙың ауыр процесс булыуын билдәләне. Был хаҡта ул ишетеп кенә белмәй, сөнки ҡасандыр үҙе лә һайлауҙарҙа ҡатнашҡан. Буласаҡ депутатлыҡҡа кандидаттарға мөрәжәғәт итеп, Башҡортостан Президенты алда торған бурыстарҙы бергәләп хәл итеү кәрәклеге хаҡында әйтте. Тик шул осраҡта ғына, Президент һүҙҙәренсә, байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеп, республика үҫешенә йоғонто яһап буласаҡ.