9 декабрь, Йома

29 апрель 2013 йыл, 9:46

Республика Президенты чиновниктарҙы халыҡ менән эшләй белмәгәндәре өсөн тәнҡитләне

автор: Арина Рәхимҡолова

— Буласаҡ депутаттар халыҡ менән эшләүҙең тәү сиратта үтәлергә тейеш бурыс булыуын аңларға тейеш, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Баҡалы, Бүздәк, Туймазы, Саҡмағош һәм Шаран райондары активы менән осрашыу барышында.

Буласаҡ депутатлыҡҡа кандидаттарға кәңәш биреп, республика етәксеһе халыҡ менән һәр ваҡыт аңлатыу эштәрен алып барырға кәрәклеген билдәләне. Өфө һәм Салауат властары өлгөһөндә Рөстәм Хәмитов халыҡ менән ғәҙел эшләмәү хаҡында һөйләне.

— Өфө тиҙ йөрөшлө трамвай линияһын төҙөй башларға ҡарар итте. Был идея насар түгел, әммә халыҡҡа барыһын да аңлатырға кәрәк. Кешеләргә был трассаның нисек үтеүе, ниндәй ауырлыҡтар килеп тыуыуы хаҡында һөйләү зарур. Бының урынына йыш ҡына, халыҡ фекерен иҫәпкә алмайынса, үҙҙәренең ҡарарын нисек тә булһа үтәргә тырышалар. Был халыҡ менән эшләүгә етди ҡарамау йәһәтенән бер миҫал булып тора, — тине республика Президенты.

Рөстәм Хәмитов алдағы көндәрҙә объект төҙөләсәк урындарҙа булып, халыҡ менән аралашырға һәм уларҙың фекерҙәрен тыңларға һүҙ бирҙе.

Шундай уҡ хәл Салауат ҡалаһында килеп тыуған. Унда яңы химия производствоһы төҙөләсәк.

Төбәк башлығы һүҙҙәренсә, бында ла халыҡ менән эшләп еткермәгәндәр, кешеләр менән осрашып, аңлатыу эштәрен үткәрмәгәндәр. Һөҙөмтәлә халыҡ үҙенең борсолоуын белдерә.

Башҡортостан Президенты ике мәсьәләне лә үҙ контроленә алырға һүҙ бирҙе.