5 декабрь, Дүшәмбе

29 апрель 2013 йыл, 9:15

Башҡортостан Президенты Туймазыла боҙ аренаһы төҙөлөшөн тикшерҙе

автор: Арина Рәхимҡолова, Эльмира Сабирова | фото: Александр Данилов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Туймазыға эш сәфәре барышында боҙ аренаһы төҙөлөшө менән танышты.

Спорт объекты 2010 йылда төҙөлә башлаған. Унда япмалы һырғалаҡ, 800-ҙән ашыу урынға иҫәпләнгән трибуна, ике спорт залы, сисенеп-кейенеү бүлмәләре, душ кабиналары, медицина пункты, кафе урынлашасаҡ. Дөйөм алғанда объектты төҙөүгә 330 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Средстволарҙы «Система» акционерҙар финанс корпорацияһының хәйриә фонды бүлгән.

Район башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ханов һөйләүенсә, эштәр график буйынса бара, кәрәкле ҡорамалдарға заказ бирелгән һәм ағымдағы йылдың 1 сентябренә боҙ аренаһы үҙ ишектәрен асасаҡ.

Фәнил Ханов һүҙҙәренсә, ҡаланың үҙендә һәм яҡында урынлашҡан ауылдарҙа бындай объект бығаса булмаған, шуға күрә кешеләр Татарстанға барырға мәжбүр булған. Яңы объект был мәсьәләне хәл итәсәк.

— Бындай спорт объекты ҡалала мотлаҡ булырға тейеш, — тип билдәләне Президент.

Туймазыла төбәк башлығы Баҡалы, Бүздәк, Туймазы, Саҡмағош һәм Шаран райондары активы менән осрашты.

Артабан Туймазының Үҙәк паркында ойошторолған өмәлә Рөстәм Хәмитов шыршы ултыртыуҙа ҡатнашты.