11 декабрь, Йәкшәмбе

29 апрель 2013 йыл, 8:51

Рөстәм Хәмитовтың Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко менән осрашыуы үтте

автор: "Башинформ"

26 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко менән осрашты, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Осрашыуҙа 2013 йылда Өфөлә йәштәр командалары араһында шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионатын, шулай уҡ VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреү йомғаҡтары тикшерелде. Бынан тыш, Башҡортостанда яңы спорт объекттарын, атап әйткәндә, Өфөлә Паралимпия үҙәген һәм яңы Спорт һарайын төҙөү тураһында һүҙ барҙы.

Рөстәм Хәмитов федераль министрға Өфөлә 3013 йылдың 1-19 июнендә — ир-егеттәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатын, 2014 йылда Бөтә донъя интеллектуаль уйындарын үткәреүгә әҙерлек тураһында, шулай уҡ Өфөнө 2015 йылда ХVIII Сурдлимпия уйындарын үткәреүгә кандидат итеп тәҡдим итеү хаҡында һөйләне. Виталий Мутко билдәләүенсә, барлыҡ был йүнәлештәр буйынса министрлыҡ республикаға ярҙам итәсәк.

Осрашыу барышында шулай уҡ республикала шорт-тректы үҫтереү хаҡында һүҙ барҙы. Виталий Мутко Өфөлә был спорт төрө өсөн айырым боҙ аренаһын төҙөү мөмкинлеге тураһында үҙ фекерен белдерҙе.

Рөстәм Хәмитов министрҙан киләһе йылда Өфөлә Бөтә донъя интеллектуаль уйындарын үткәреүҙә ярҙам итеүҙәрен һораны һәм бындай ярыштарҙы үткәреү өсөн республикала бөтә шарттар булыуын белдерҙе. Виталий Мутко был идеяны хупланы.

Шулай уҡ Башҡортостан Президенты Өфөлә 2015 йылда Ҡышҡы Сурдлимпия уйндарын үткәрергә тәҡдим итте. Рәсәйҙең спорт министры ойоштороу һәм финанслау йәһәтенән барлыҡ талаптарҙы һәм шарттарҙы тикшерергә кәңәш итте.