Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Республикала экологик акция үтәсәк

Йәмғиәт

27 апрелдә Башҡортостанда «Таҙа республика өсөн!» экологик акцияһы үтә. Был көндө республика халҡы территорияларҙы, парктарҙы, юлдарҙы төҙөкләндереү, ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыу буйынса экологик өмәләргә сығасаҡ.

— Хеҙмәт коллективтарын, мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы, ирекмәндәрҙе, йәмәғәт ойошмаларын һәм урындағы халыҡты акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ, — тине БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Муниципалитеттарға акцияла ҡатнашыусыларҙы махсус техника һәм инвентарь менән тәьмин итеү, шулай уҡ сүп-сарҙы сығарып түгеүҙе ойоштороу үтенесе менән хаттар ебәрелде.

Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн йәшәү урыны буйынса ҡала һәм район хакимиәттәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть