10 декабрь, Шәмбе

26 апрель 2013 йыл, 15:06

Башҡортостан делегацияһы Бөйөк Британияла халыҡ-ара мәғариф проектында ҡатнашты

автор: Алик Шакиров

Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы ярҙамында «Европа контексында креатив компетенциялар» халыҡ-ара мәғариф проектында ҡатнашты.

Был проект сиктәрендә БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты делегацияһы Лондонға барып ҡайтты. Делегация составына республикалағы ЮНЕСКО хәрәкәтенең йәш активистары – Өфө, Салауат, Сибай ҡалаларынан мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм уҡытыусылар – йәмғеһе 27 кеше инде, тип хәбәр иттеләр төбәктең ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Программа сиктәрендә Башҡортостан делегацияһы ағзалары инглиз теле курстарына йөрөнө, Сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡтың Бөйөк Британиялағы Вәкиллегендә осрашыуҙа ҡатнашты, шулай уҡ Лондонда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары менән танышты.

Инглиз теле буйынса дәрестәр Select English мәктәбендә үткәрелде. Төркөмдәрҙә донъяның төрлө илдәренән — Австрия, Бразилия, Германия, Тайвань, Перу, Сауд Ғәрәбстаны, Ҡытай, Корея, Япониянан вәкилдәр булды.

Проект сиктәрендә Башҡортостан делегацияһы составына ингән Өфө күп профилле һөнәри колледжы вәкилдәре инглиз телендә республикала йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте менән таныштырҙы, шулай уҡ үҙҙәре лә Бөйөк Британияның тарихы һәм милли мәҙәниәте менән танышты.