6 декабрь, Шишәмбе

26 апрель 2013 йыл, 12:25

Төбәктә «Минең Республикам» социаль-экологик акцияһы старт ала

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған «Минең Республикам» йәштәр социаль-экологик акцияһының беренсе этабы 27 апрелдә старт ала.

Төбәктә экология торошон яҡшыртыу, ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу һәм Башҡортостан экологияһы өсөн йәштәрҙең яуаплылығын арттырыу сараның төп маҡсаттары булып тора. Акция республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында май аҙағынаса дауам итәсәк.

Тәүге төҙөкләндереү саралары Ағиҙел йылғаһының Салауат Юлаев һәйкәленән алып автомобиль күперенә тиклемге өлөшөндә үтәсәк. Уларҙа ҡаланың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары – йәмғеһе 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ.

Иң әүҙемдәр өсөн Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге бүләктәр әҙерләгән.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге, Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте сығыш яһай.