6 декабрь, Шишәмбе

26 апрель 2013 йыл, 11:13

Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо һаҡлана

автор: Галина Бахшиева

26 апрелдә Башҡортостанда болотло булыуы, урыны менән ямғыр яуыуы көтөлә. БР Гидрометеорология һәм һәм тирә-яҡ мөхиткә мониторинг идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа температураһы көндөҙ плюс 7-12 градус тәшкил итәсәк. Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында һауа температураһы плюс 17 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

Ял көндәрендә, 27 һәм 28 апрелдә, Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә ямғырлы һауа торошо һаҡланасаҡ. Һауа температураһы көндөҙ – плюс 10-14 градус, төндә 2-7 градус йылы буласаҡ.  

темалар: һауа торошо