Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Күгәрсен районында II «Ислам. Йәштәр. Киләсәк» республика форумы үтәсәк

Йәмғиәт

20 майҙа Күгәрсен районында II «Ислам. Йәштәр. Киләсәк» республика форумы асыла. Сараны ойоштороусылар булып БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса советы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты, БР мосолмандары Диниә назараты һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты сығыш яһай.

Слетта Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан мосолман йәштәре, төбәктең юғары һәм урта дини уҡыу йорттары студенттары, дин эшмәкәрҙәре һәм киң мәғлүмт саралары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Форумға хөрмәтле ҡунаҡтар сифатында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин һәм башҡа рәсми кешеләр саҡырылған.

Слет программаһында секциялар эшен ойоштороу, семинар үткәреү ҡаралған. Бынан тыш, төрлө конкурстар, спорт ярыштары, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороласаҡ. Кискеһен «Ислам — экстремизмға ҡаршы!» акцияһының икенсе этабы сиктәрендә концерт программаһы тәҡдим ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть