6 декабрь, Шишәмбе

26 апрель 2013 йыл, 10:21

БДПУ студенткаһы төрөк теле буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһында призлы урын яуланы

автор: Эльмира Сабирова

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенткаһы Рида Тимершәйехова төрөк теле буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһында өсөнсө урын яуланы. Мәскәүгә Рәсәйҙең төрлө субъекттарынан килгән 240 кеше араһынан ул иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Был хаҡта юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Быйыл олимпиада туғыҙынсы тапҡыр үткәрелде. Уны ойоштороусылар булып Төркиәнең Мәскәүҙәге илселеге ярҙамында М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Азия һәм Африка илдәре институты, «Академия» үҙәге, Рәсәй дәүләт китапханаһы сығыш яһаны.