Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Мәскәүҙә Рөстәм Хәмитов Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Всеволод Вуколов менән осрашты

Сәйәсәт

25 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Всеволод Вуколов менән осрашты. Осрашыуҙа хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә заманса эш урындары булдырыу, контролде көсәйтеү, ҡағиҙә боҙоу өсөн яуаплылыҡты арттырыу, халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтен яңыртыу мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда уртаса айлыҡ эш хаҡының 2012 йылда 14 проценҡа артып, 20459 һум тәшкил итеүе тураһында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең килеме – 24,4 процентҡа, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 19,8 процентҡа артты. Килеме йәшәү минимумы күләменән кәмерәк булған халыҡ өлөшө 12,6 проценттан (2010 йыл) 10,2 процентҡа (2012 йыл) тиклем кәмене. Эшһеҙлек кимәле 7,6 проценттан (2011 йыл) 6,1 процентҡа (2012 йыл) тиклем кәмене.

Всеволод Вуколов билдәләүенсә, эш урындарының сифатын яҡшыртыу буйынса эште дауам итергә кәрәк, бының өсөн урындарҙа хеҙмәт инспекцияларын көсәйтеү мотлаҡ. Башҡортостанда 1,2 миллион хеҙмәткәргә ни бары 20 дәүләт хеҙмәт инспекторы тура килә. Бынан тыш, Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе фекеренсә, халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең эшмәкәрлеген яңыртырға кәрәк, заманса кадрҙар агентлыҡтары менән конкурентлыҡ итә алырлыҡ булһын. Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың был йүнәлештәр буйынса пилот төбәк булырға әҙер булыуын белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть