11 декабрь, Йәкшәмбе

25 апрель 2013 йыл, 17:37

Өфөлә мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә почетлы исемдәр бирелде

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың Мәғариф министрлығында кесе йома, 25 апрелдә, уҡытыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы үтте. Ведомство башлығы Әлфис Ғаязов 10 мәғариф хеҙмәткәренә почетлы исемдәр бирҙе. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә түбәндәге педагогтар лайыҡ булды: Ғафури районы Мораҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбенең география уҡытыусыһы Нәйлә Абдуллина, Дыуан районының Республика лицей-интернатынан башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәзилә Әхмәтханова, Өфө ҡалаһының 65-се татар гимназияһынан татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лена Ғәйнетдинова, баш ҡаланың 83-сө лицейынан информатика уҡытыусыһы Александр Гильдин, Өфө ҡалаһының 93-сө гимназияһынан физика уҡытыусыһы Татьяна Жиляева, Илеш районы Базытамаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры урынбаҫары – биология уҡытыусыһы Дилә Зиннәтуллина, Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы директоры Әминә Шәүәлиева, Благовещен педагогия колледжы директоры урынбаҫары – психология уҡытыусыһы Мәүлиҙә Шәрифуллина.

Ике кеше «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. Улар – Бөрө ҡалаһының 31 лицейы директоры урынбаҫары Татьяна Полюдова һәм Балтас районы хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Фирҙәүес Рәхимов.

Шулай уҡ бөгөнгө сара сиктәрендә «Наркотиктарға ҡаршы иҫкәртеү эшмәкәрлеген иң яҡшы ойоштороу» республика конкурсына йомғаҡ яһалды.