Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов экология өлкәһендәге эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән закон проектын әҙерләргә тәҡдим итте

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов экология өлкәһендә шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән закон проектын әҙерләп, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға тикшереүгә тәҡдим итеү буйынса үҙ фекерен белдерҙе.

— Бындай законды үҙебеҙ республика кимәлендә ҡабул итә алабыҙ. Был йәһәттән әүҙемерәк эшләргә кәрәк. Республика Президенты булараҡ, шәхсән үҙем бындай закон проектын Дәүләт Йыйылышына тикшереүгә тәҡдим итергә әҙермен. Экология өлкәһендәге эшҡыуарҙар өсөн ташламалар һәм мөмкинлектәр билдәләп, проектты тормошҡа ашыра башлайыҡ, — тигән тәҡдимен белдерҙе 25 апрелдә республиканың экология өлкәһендәге эшҡыуарҙарының II съезында Рөстәм Хәмитов.

— Экология мәсьәләләрен хәл итеүгә эшҡыуарҙарҙы йәлеп итергә теләйбеҙ, — тип билдәләне Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев. — «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында алып барылған эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге тураһында»ғы закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итеү урынлы булыр, тип уйлайбыҙ.

Министр фекеренсә, әлеге өлкәлә закондар сығарыу базаһының камил булмауы, тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә федераль закондар менән ҡаралған ташламаларҙың бик әҙ булыуы, дәүләт власы органдарының эшҡыуарҙар менән үҙ-ара килешеп эш итеү кимәленең түбән булыуы бизнесмендарҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә эшмәкәрлек ойошторорға теләмәүенең төп сәбәптәре булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть