9 декабрь, Йома

25 апрель 2013 йыл, 15:45

Башҡортостан Президенты экология өлкәһендәге эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн махсус грант булдырырға тәҡдим итте

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына төбәктә экология өлкәһендәге бизнесты үҫтереү өсөн махсус гранттар фондын булдырыу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

— Экология өлкәһендә эшләгән, ҡала һәм ауылдарҙа таҙалыҡ, тәртип һәм матурлыҡ булдырған предприятиелар өсөн грант булдырасаҡбыҙ, — тине бөгөн Башҡортостандың экология өлкәһендәге эшҡыуарҙарының II съезында Рөстәм Хәмитов. — Гранттар фонды ярайһы уҡ ҙур булырға тейеш.

Төбәк башлығы билдәләүенсә, экология өлкәһендәге эшҡыуарлыҡҡа ярҙам фондын булдырыу өсөн, сауҙа, еңел сәнәғәт һәм башҡа мөһим өлкәләрҙән средстволар йәлеп итергә тура киләсәк, әммә бындай мөһим эш өсөн был аҙымға барырға ла мөмкин.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев та был тәҡдимде хупланы.

— Бөгөн экология өлкәһендә шөғөлләнеп грант алған эшҡыуарҙар бик әҙ, йылына бер-ике генә кеше бындай наградаға лайыҡ була. Шуға күрә гранттар системаһы булдырылырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Экология өлкәһендә бизнес менән шөғөлләнергә теләүселәр һаны йылдан йыл артырға тейеш, — тине министр.