10 декабрь, Шәмбе

25 апрель 2013 йыл, 13:00

Владимир Путин Рәсәй халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

25 апрелдә Мәскәү ваҡыты менән 12 сәғәттә (урындағы ваҡыт менән 14 сәғәттә) «Первый», «Россия 1», «Россия 24» телеканалдарында, «Маяк», «Вести FМ» һәм «Радио России» радиостанцияларында «Владимир Путин менән тура бәйләнеш» исемле махсус программа эфирға сыға.

Ил башлығы Рәсәй халҡы менән аралашыу барышында уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәсәк, тип хәбәр иттеләр РФ Президентының матбуғат хеҙмәтенән.

Программа студияһына саҡырылған ҡунаҡтарҙан тыш, илдең барлыҡ граждандары Рәсәй Президентына һорауҙар бирә ала. Бының өсөн берҙәм мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгенә 8-800-200-40-40 телефоны буйынса шылтыратып йәки 0-40-40 номерына SМS-хәбәр ебәреп, Президент менән тура бәйләнешкә сығырға кәрәк. Ҡала һәм кеҫә телефондарынан шылтыратыу, Рәсәй буйынса SМS-хәбәр ебәреү – бушлай. Шулай уҡ һорауҙар программаның махсус сайтында (www.moskva-putinu.ru йәки москва-путину.рф) ҡабул ителә.