9 декабрь, Йома

25 апрель 2013 йыл, 12:05

Республикала бөгөн бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда бөгөн болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.

БР Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиткә мониторинг идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа температураһы көндөҙ 12 градус йылы була. Ел көньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә.

Көн элгәре һауа температураһы республикала плюс 7-11 градус тәшкил итте.

темалар: һауа торошо