10 декабрь, Шәмбе

25 апрель 2013 йыл, 10:48

Башҡортостан фермерҙары бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға саҡырыла

автор: Сергей Захаров

«Мин — граждан» порталы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл хужалығы ойошмалары араһында «Мин — фермер» бөтә Рәсәй конкурсы тураһында иғлан итте. Бәйге 2013 йылдың 15 сентябренә тиклем үтәсәк.

Йәштәр араһында ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүҙе популярлаштырыу сараның төп маҡсаты булып тора.

Ижади бәйгелә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре, ауыл хужалығы өлкәһендә бизнес менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙар, агросәнәғәт комплексы ойошмалары һәм предприятиелары ҡатнаша ала.

Эштәр өс номинацияла ҡабул ителә. «Уңышҡа өлгәшеү тарихы» номинацияһында очерк, эссе, мәҡәлә формаһында материалдар ҡабул ителә. Артабан фермер хужалыҡтарының уңышҡа өлгәшеү тарихтары айырым китап булып баҫылып сығасаҡ.

«Хужалыҡта иң ҙуры» номинацияһында үҫемлекселек һәм малсылыҡ өлкәһендә иң ҙур продукцияларҙың фоторәссамдары ҡабул ителә. «Эш көндәре» номинацияһына фермерҙар тормошон сағылдырған ҡыҙыҡлы видеояҙмаларҙы тәҡдим итергә мөмкин.

Конкурста ҡатнашыу өсөн «Мин — граждан» порталының «Мин — фермер» бүлегендә теркәлеү шарт. Шунда уҡ конкурс эштәре урынлаштырыласаҡ.