7 декабрь, Шаршамбы

25 апрель 2013 йыл, 10:19

Баш ҡалала «Евро-Өфө-Азия» мода форумы старт ала

автор: Эльмира Сабирова

25-26 апрелдә Өфөлә «Евро-Өфө-Азия» мода форумы старт ала. Сара Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында үтәсәк.

Форум йәш таланттаҙы асыҡлау, улар өсөн артабан ижади һәм профессиональ йәһәттән үҫешеү өсөн мөмкинлектәр булдырыу, эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторола.

Парикмахерҙар конкурсы – Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжында, модельер-дизайнерҙар бәйгеһе — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында үтәсәк.

Форумда еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы 26 апрелдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында үтә, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығынан.

Башлана — 18 сәғәттә.

темалар: форумдар,мода