9 декабрь, Йома

24 апрель 2013 йыл, 18:03

Өфөлә халыҡ-ара балалар баҫма графикаһы күргәҙмәһе асыласаҡ

автор: Әлим Фәйезов

25 апрелдә БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында «Балалар баҫма графикаһы. Өфө-2013» күргәҙмәһе асыла. Унда Белоруссия, Һиндостан, Польша, Рәсәй, Сербиянан, шулай уҡ Мәскәү, Хайдарабад, Өфө, Витебск, Омск, Мозырь, Рыбник, Борзя, Суботица, Биробиджан ҡалаларынан балаларҙың төрлө стилдә һәм техникала башҡарылған эштәре тәҡдим ителәсәк. БР Милли китапханаһы хеҙмәткәре Эльвира Еникеева хәбәр итеүенсә, күргәҙмәлә йыл һайын Беларусь Республикаһында үткәрелгән «Үҙ еремдә» халыҡ-ара һынлы сәнғәт һәм графика конкурсында еңеүселәр ҡатнаша.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, БР Милли китапханаһы, «Белорусский зеленый крест» йәмәғәт ойошмаһы, Өфө ҡалаһының «Художка» сәнғәт мәктәбе сығыш яһай.

Күргәҙмә 1 июнгә тиклем эшләйәсәк. Бынан һуң ул сәйәхәтен дауам итәсәк. Артабан күргәҙмә Омск ҡалаһында ойоштороласаҡ.