3 декабрь, Шәмбе

24 апрель 2013 йыл, 15:49

Башҡортостан баш ҡалаһы Аксаков байрамына әҙерләнә

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфө Халыҡ-ара Аксаков байрамын үткәреүгә әҙерләнә. Матур йолаға әүерелгән байрам быйыл 23-сө тапҡыр үткәрелә. Сараға әҙерлек буйынса матбуғат концеренцияһында Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко хәбәр итеүенсә, төп саралар сентябрь аҙағында Өфөлә, шулай уҡ Бәләбәй районының Надеждино ауылында, Ырымбур һәм Һамар өлкәләрендә үтә.

Быйыл С.Т.Аксаков исемендәге премияға дәғүә итеүселәрҙе бер аҙ үҙгәрештәр көтә. Бөгөнгө көндә, Положениеға ярашлы, конкурсҡа үҙ эштәрен юғары уҡыу йорттары студенттары һәм колледж уҡыусылары тәҡдим итә ала. Улар үҙ-ара тигеҙ шарттарҙа көс һынаша. Әммә былтыр, конкурсҡа йомғаҡ яһаған ваҡытта, эксперттар комиссияһы ағзалары юғарыу уҡыу йорто студенттарының һәм колледж уҡыусыларының эштәрен айырым баһаларға тәҡдим итте. Был башланғыс ҡала Советы депутаттарында хуплау тапты.

Премия тураһындағы Положениеға үҙгәрештәр индереү мәсьәләһен депутаттар май айында ҡала Советы ултырышында тикшерергә планлаштыра. Уға тиклем студенттар эштәрен тикшереү буйынса эксперттар комиссияһы ағзалары конкурс үткәреү тәртибен камиллаштырыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерәсәк.

Шулай уҡ ағымдағы йылдың сентябрендә Халыҡ-ара Аксаков байрамына арналған китап донъя күрәсәк. Унда байрам тарихы, премия лауреаттары тураһында мәғлүмәттәр, Аксаковтар ғаиләһенең тормошонан ҡыҙыҡлы факттар урынлаштырыласаҡ. Баҫма, Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә таратыласаҡ.

Әлеге ваҡытта китап өсөн мәғлүмәт туплана. Ҡала Советы 1 июнгә тиклем ҡаланың юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларын, журналистарҙы, крайҙы өйрәнеүселәрҙе әлеге проектта ҡатнашыуға саҡыра.

Белешмәләр өсөн телефон: (347) 279-05-07 (Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәте).