4 декабрь, Йәкшәмбе

24 апрель 2013 йыл, 15:14

Өфөлә 26 апрелдә «Студент яҙы – 2013» фестиваленең гала-концерты үтә

автор: Эльмира Сабирова

26 апрелдә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Студент яҙы – 2013» республика фестиваленең гала-концерты үтә. Март айында старт алған фестивалдең аҙаҡҡы этабында иң һәләтле студенттар һәм иң яҡшы ижади коллективтар сығыш яһаясаҡ. Сара 17 сәғәттә башлана.

Быйылға марафон 43-сө тапҡыр үткәрелә. Һәләтле йәштәрҙе асыҡлау, ижади коллективтарҙың профессиональ кимәлен күтәреү, шулай уҡ йәштәр, йәмәғәт ойошмалары һәм уҡыу йорттары араһында һөнәри һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу сараның төп маҡсаттары булып тора.

Фестивалде ойоштороусылар булып БР Профсоюздар федерацияһы, төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Мәғариф министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, республиканың Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы, БР Студенттар профсоюз ойошмалары лигаһы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы сығыш яһай.

Шуны ла билдәләп үтәйек, «Студент яҙы – 2013» республика фестивалендә еңеүселәр бөтә Рәсәй кимәлендәге марафонда ҡатнашасаҡ. Сара 15-20 майҙа Ульяновск ҡалаһында үтә.