10 декабрь, Шәмбе

24 апрель 2013 йыл, 14:54

Мәләүездә ат спорты буйынса асыҡ турнир үтте

автор: Әлим Фәйезов | фото: Елена Мазиева

Мәләүез районында ике көн дауамында «Толпар» ат-спорт комплексында «Берҙәм Рәсәй» партияһы приздарына ат спорты буйынса асыҡ турнир үтте. Ярыштарҙа дүрт команда ҡатнашты. Улар — «Белая лошадь», «Кентавр» (Магнитогорск), «Толпар» (Мәләүез районы) ат-спорт комплекстары һәм Өфөнөң 119-сы йылҡысылыҡ заводы.

Бәйге йомғаҡтары буйынса Елена Ахряпина, Анастасия Морозова («Кентавр» ат-спорт комплексы), Мария Казакова, Ирина Сыкшенева, Мария Шестова («Толпар» ат-спорт комплексы), Мария Зарипова, Наталья Васильева (Өфөнөң 119-сы йылҡысылыҡ заводы) турнирҙың төрлө программаларында еңеүсе тип табылды. Был хаҡта Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хеҙмәткәре Елена Мазиева хәбәр итте.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы башҡарма комитеты рәйесе Сергей Макаров еңеүселәрҙе тәбрикләп, уларға иҫтәлекле бүләктәр, партия исеменән аҡсалата приздар тапшырҙы. Муниципаль райондың ат спорты федерацияһы етәксеһе булараҡ, Сергей Васильевич барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар теләне һәм Мәләүез районы хакимиәтенең артабан да районда ат спортын үҫтереүгә ярҙам итәсәген белдерҙе.

темалар: ат спорты