Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Валентина Матвиенко Башҡортостан парламентарийҙары менән осрашты

Йәмғиәт

РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары вәкилдәре, республиканың Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм БР Дәүләт Йыйылшы рәйесе Константин Толкачев булды.

Валентина Матвиенко Башҡортостандың ышаныслы үҫешкән төбәк булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, 2015 йылда ҙур халыҡ-ара саммиттарҙы үткәреү урыны итип Өфө осраҡлы ғына һайланмаған. Саммиттарҙы үткәреү ҡала мөмкинлектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Осрашыуҙа төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү өлкәһендәге уңыштар билдәләнде. Уларҙың нигеҙендә республикала йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың хеҙмәте, берҙәмлеге ята, тине Федерация Советы рәйесе.

Валентина Матвиенко илде үҫтереү буйынса Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән яңы стратегия тураһында һөйләне һәм шуға ярашлы төбәк власы алдында торған бурыстарҙы билдәләне.

Осрашыуҙа шулай уҡ ҡануниәткә индерелгән, халыҡтың сәйәси әүҙемлегенә тәьҫир иткән үҙгәрештәр тураһында һүҙ барҙы. Уларҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә илдә 56-нан ашыу яңы партия теркәлгән.

Федерация Советы башлығы быйыл БР Дәүләт Йыйылшы – Ҡорлтайға депутаттар һайланасағы хаҡында әйтте.

— Сәйәси көрәшкә әҙер булырға кәрәк. Партиялар һайлаусыларға ҡоро идеялар түгел, ә реаль программалар тәҡдим итергә тейеш, — тип иҫәпләй Валентина Матвиенко.

Шулай уҡ осрашыу барышында спикер 27 апрелдә парламенттар өсөн махсус телевидение эшләй башлаясағы хаҡына әйтте. Илдең барлыҡ парламенттары өсөн берҙәм киңлек булдырыу проекттың төп маҡсаты булып тора. Каналда Рәсәй төбәктәренең реаль тормошо сағылдырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть