5 декабрь, Дүшәмбе

24 апрель 2013 йыл, 11:12

Федерация Советы рәйесе БДМУ клиникаһының симуляция үҙәгендә булды

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко Өфөгә эш визиты сиктәрендә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының симуляция үҙәгендә булды. Бында уны, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовты һәм башҡа ҡунаҡтарҙы заманса уҡытыу ҡорамалдары, үҙәк мөмкинлектәре, клиниканы үҫтереү планы менән таныштырҙылар.

Атап әйткәндә, Федераль адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә күҙәнәк технологиялары институтын булдырыу планлаштырыла. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн БДМУ алдағы йылдарҙа Федераль медицина-биология агентлығынан 250 миллион һумға ҡорамалдар аласаҡ, ә республика дөйөм майҙаны 500 квадрат метр тәшкил иткән бүлмәләр менән тәьмин итәсәк. Шулай уҡ Федераль адреслы программа сиктәрендә заманса хирургия корпусын асыу планлаштырыла. Ул юғары технологиялы операциялар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Йыл һайын был йүнәлештә 100 операция эшләү талап ителә.

Валентина Матвиенко юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе, табиптарҙың эш хаҡы тураһында һорашты. БДМУ ректоры Валентин Павлов хәбәр итеүенсә, яңы эш башлаған йәш табиптарҙың уртаса айлыҡ эш хаҡы 6400 һум тәшкил итә. Эш хаҡы түбән булыу сәбәпле табиптар сит төбәктәргә китергә тырыша, йә булмаһа бөтөнләй медицина өлкәһенән китә.

Валентина Матвиенко Башҡорт дәүләт медицина университетын артабан үҫтереү өсөн берлектә эшләргә кәрәклеген билдәләне, университетты яңыртыу федераль программаға индерелһен өсөн РФ Иҡтисади үҫеш министрлығына мөрәжәғәт итергә тәҡдим итте.