7 декабрь, Шаршамбы

23 апрель 2013 йыл, 17:40

Башҡортостан уҡыусылары авиация тарихы буйынса халыҡ-ара олимпиадала наградалар алды

автор: Галина Бахшиева

Мәскәүҙә А.Ф.Можайский исемендәге X Халыҡ-ара авиация һәм һауала осоу тарихы буйынса олимпиадала еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы үтте. Тәбрикләнеүселәр араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар.

Олимпиаданы ойоштороусылар булып Рәсәй Машина эшләүселәр союзы ярҙамында Авиатөҙөүселәр клубы, Авиация һәм һауала осоу фәндәре акдемияһы сығыш яһаны.

Ағиҙел ҡалаһының 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Альбина Әхмәтйәнова өсөнсө урын яулаһы, Өфөнөң 123-сө мәтәбе уҡыусыһы Денис Ғәзетдинов «Тамашасы һөйөүе призы»на лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Рәсәй Машина эшләүселәр союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһенән.

Үҫмерҙәрҙең ижади эштәренә профессиональ жюри баһа бирҙе. Уның составында ғалимдар, авиатөҙөлөш предприятиелары хеҙмәткәрҙәре, элекке летчик-космонавттар, шулай уҡ ижади интеллигенция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре булды.

Рәсәй Машина эшләүселәр союзы еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.