6 декабрь, Шишәмбе

23 апрель 2013 йыл, 16:52

Республика йортонда Валентина Матвиенко менән Рөстәм Хәмитовтың осрашыуы үтте

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Андрей Старостин

Республика йортонда РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың осрашыуы үтте. Шулай уҡ осрашыуҙа БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев булды.

Валентина Матвиенко Башҡортостандың социаль-иҡтисади хәле, РФ Президенты Указдарының үтәлеше, республикала булған проблемалар хаҡында һорашты.

Рөстәм Хәмитов республиканың 2012 йылдағы иҡтисади күрһәткестәре тураһында һөйләне.

— Сәнәғәт производствоһы күләме алты процентҡа тиерлек артты, ә тулайым төбәк продукты үҫеше биш проценттан ашыу тәшкил итте. Шулай уҡ эш хаҡы өлкәһендә лә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелде. РФ Президентының уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы буйынса талаптарын үтәнек, 2012 йылдың дүртенсе кварталында был күрһәткес иҡтисад буйынса уртаса кимәлгә етте, — тине республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов машиналар эшләү һәм нефть эшкәртеү комплекстарының яҡшы үҫешеүен, нефть сығарыу кимәленең йылына 15 миллион тоннаға етеүен билдәләне.

— Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе яҡшы темптар менән үҫешә, етештереү күләмдәре бында йылына яҡынса 30 миллиард һум тәшкил итә. Хәрби авиация өсөн барлыҡ двигателдәр беҙҙә етештерелә. Ҡайһы бер Мәскәү предприятиелары хәҙер беҙгә «күсенә», сөнки Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе төп предприятиеға әүерелде, — тип хәбәр итте Башҡортостан Президенты.

Төбәк башлығы билдәләүенсә, Күмертауҙа урынлашҡан вертолеттар эшләү заводында ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар осрай. Предприятие диңгеҙ авиацияһы өсөн Ка-27 һәм Ка-32 вертолеттары етештерә. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, әлегә заказдар беҙ теләгәндән күпкә әҙерәк.

Ә бына торлаҡ төҙөлөшө темптары республикала шәбәйә бара.

— Әлеге ваҡытта был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә бишенсе-алтынсы урында торабыҙ. Башҡортостанда йылына 2 миллион 300 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлә, уларҙың яҡынса 70 проценты – аҙ ҡатлы йорттар. Респблика халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәгәнгә күрә, ауылдарҙа төҙөлөш эштәре ҙур күләмдәрҙә алып барыла. Беҙҙең алда өс-дүрт йылдан йылына өс миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү бурысы тора. Бөгөнгө көндә эконом класындағы торлаҡ төҙөү буйынса ҙур программа тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, ветерандар, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн социль йорттар төҙөлә, — тине республика Президенты.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, бюджет 2012 йылда планлаштырылған күләмдәрҙә үтәлгән.

— 2013 йылдың беренсе кварталында етештереү күләме 102,5 процент тәшкил итте, тулайым төбәк продукты ла яҡынса шул кимәлдә. Әммә республикаға инвесторҙар кәрәк. Был йәһәттән үткән йылда яҡшы эшләнек, тейешле ҡануниәт булдырҙыҡ. Быйыл ике ҙур предприятие төҙөлә башлаясаҡ, – тип хәбәр итте Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов республикала ауыл хужалығы тармағының яҡшы үҫешеүен билдәләне. Аграрийҙарға һатып алынған ҡорамал хаҡының 40 проценты күләмендә субсидиялар бүленә. Шулай итеп, былтыр 3,5 мең берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алынды.