6 декабрь, Шишәмбе

23 апрель 2013 йыл, 14:34

Башҡортостанға эш визиты менән Валентина Матвиенко килде

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанға эш визиты менән РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко килде. Өфө аэропортында Федераль Йыйылыштың юғары палатаһы спикерын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы Константин Толкачев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡаршы алды.

Бер көнлөк визит программаһында республика етәкселеге менән осрашыу, Өфө дәүләт авиация техник университетына барыу ҡаралған. Юғары уҡыу йортонда Валентина Матвиенко уҡытыусылар һәм студенттар менән осрашасаҡ. Артабан Башҡорт дәүләт медицина университетына барыу планлаштырыла.

Шулай уҡ визит сиктәрендә Валентина Матвиенко БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Йәштәр йәмәғәт палатаһы вәкилдәре, республика муниципалитеттары һәм ҡала округтарының вәкәләтле органдары рәйестәре һәм депутаттары менән осрашасаҡ.