8 декабрь, Кесе йома

23 апрель 2013 йыл, 13:03

Силәбелә тәүге тапҡыр «Йәшлек-шоу» фестивале үтте

автор: Арина Рәхимҡолова

Силәбелә тәүге тапҡыр «Йәшлек-шоу» фестивале үтте. Сараны ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге, Республика халыҡ ижады үҙәге сығыш яһаны. Шулай уҡ фестивалде үткәреүҙә өлкәнең Башҡорт йәштәре иттифағы һәм «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы ҙур ярҙам күрһәтте.

Мәҙәни сара башҡорт телен һәм эстрадаһын популярлаштырыу, йәштәр араһында ватансылыҡ идеяһын йәйелдереү, йәш таланттарҙы асыҡлау маҡсатында ойошторолдо.

Фестивалгә 300-ҙән ашыу кеше йыйылды, тип хәбәр итте Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров. Башҡорт йыры байрамында Өфөнән килгән ундан ашыу артист ҡатнашты. Улар Ватанға, туған телгә һөйөү тураһында заманса һәм халыҡ йырҙарын башҡарҙы.

Концертта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Байрас Ишбирҙин, «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Наил Шәйҙуллин сәләмләне.

— «Йәшлек-шоу» фестивален йыл һайын үткәрергә теләйбеҙ. Унда яңы йәш артистар асыҡланыр, яңы йырҙар яңғырар, тип ышанабыҙ, — тине Амур Хәбибуллин.