Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Владимир Путин 2014 йылды Рәсәйҙә Мәҙәниәт йылы тип иғлан итте

Мәҙәниәт

Көн элгәре ил башлығы Владимир Путин 2014 йылда «Рәсәй Федерацияһында Мәҙәниәт йылын үткәреү тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы. Документтың тексы Кремль сайтында урынлаштырылған. Указда билдәләнеүенсә, Мәҙәниәт йылы «йәмәғәтселек иғтибарын мәҙәниәтте үҫтереү, мәҙәни-тарихи мираҫты һаҡлап ҡалыу мәсьәләләренә һәм Рәсәй мәҙәниәтенең бөтә донъяла тотҡан роленә йәлеп итеү маҡсатында» үткәрелә. РФ Хөкүмәтенә Рәсәйҙә Мәҙәниәт йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетын булдырырға, уның составын раҫларға, төп саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушылды. РФ субъекттарының башҡарма власть органдарына исемле йыл сиктәрендә тейешле саралар ойошторорға тәҡдим ителде.

Лента.ru хәбәр итеүенсә, Мәҙәниәт йылын үткәреү башланғысы менән Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко сығыш яһаған. Әйткәндәй, ул бөгөн эш визиты менән Өфөгә килә. Үҙенең тәҡдимен ул 2012 йылдың декабрендә әйтеп ишеттергән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть