Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт филармонияһында Миңләхмәт Ғәйнетдиновтың бенефисы үтәсәк

Мәҙәниәт

25 апрелдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Миңләхмәт Ғәйнетдиновтың бенефисы үтә.

Концерт программаһында Фәрит Бикбулатов, Азат Айытҡолов, Редик Фәсхетдинов, Рәис Вәғизов, Фәдис Ғәниев, Римма Амангильдина, Лилиә Биктимерова, Айгөл Һағынбаева һәм башҡа танылған артистар ҡатнашасаҡ.

Миңләхмәт Ғәйнетдинов Өфө сәнғәт училищеһының баян класын тамамлаған. Артабан Өфө сәнғәт академияһында белем алған, бынан һуң Рәсәй театр сәнғәте университетына йүнәлтелгән.

Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәләүҙәренсә, Миңләхмәт Ғәйнетдинов Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, башҡорт эстрадаһын бығаса билдәле булмаған башҡорт халыҡ йырҙары менән байытҡан. Бынан тыш, бейеүҙәрҙе музыкаль яҡтан биҙәү өҫтөндә күп эшләгән. Билдәле баянсы 30-ға яҡын онотолған башҡорт бейеү көйөн радио һәм телевидение аша яңғыратҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть