Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Йыл башынан алып республикала 178,4 мең тонна һөт етештерелгән

Иҡтисад

Йыл башынан алып Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларында 178,4 мең тонна һөт етештерелгән, шуларҙың 25 меңе крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына тура килә.

Бөгөнгө көндә тулайым һауым буйынса иң юғары күрһәткестәр Саҡмағош районында күҙәтелә – унда йыл башынан алып 12,9 мең тонна һөт һауып алынған. Икенсе урында – Стәрлетамаҡ районы (12,4 мең тонна), өсөнсөлә – Дүртөйлө районы (10 мең тоннанан ашыу). Был хаҡта БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Был ваҡыт эсендә халыҡтан 13 мең тоннаға яҡын һөт һатып алынған. Иң күп һөт (бер мең тоннанан ашыу) Илеш районы халҡынан һатып алынған. Йәрмәкәй районында был күрһәткес – 680 тоннанан ашыу, Миәкә районында – 575 тонна, Баймаҡта – 560 тонна, Мәләүездә 556 тонна тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть