4 декабрь, Йәкшәмбе

23 апрель 2013 йыл, 10:07

Башҡортостанда «Парктар маршы-2013» старт алды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда «Парктар маршы» старт алды, ул 28 апрелгә тиклем дауам итәсәк.

Бындай экологик акция йыл һайын үткәрелә. Рәсәйҙең һәм сиктәш илдәрҙең айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларына ярҙам итеү, власть, киң мәғлүмәт саралары, ойошмалар һәм республика халҡының иғтибарын һаҡланған территориялар мәсьәләләренә йәлеп итеү сараның төп маҡсаты булып тора.

Башҡортостандың Экология порталында хәбәр ителеүенсә, «Парктар маршы» республикала 1996 йылдан башлап үткәрелә һәм тәбиғәтте һаҡлау буйынса төрлө сараларҙы үҙ эсенә ала. Улар араһында – шишмәләрҙе таҙартыу, балыҡтарҙы, ҡоштарҙы, ҡырмыҫҡа иләүҙәрен, тәүге сәскәләрҙе яҡлау, ағас ултыртыу, урмандарҙы таҙартыу.

Бынан тыш, ҡурсаулыҡ һәм тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре мәктәптәрҙә экология буйынса дәрестәр үткәрәсәк, балалар һәм өлкәндәр өсөн төрлө конкурстар, күргәҙмәләр ойошторасаҡ. Уҡыусылар өсөн экологик экспедициялар, экскурсиялар, фәнни-ғәмәли конференциялар, уҡытыусылар өсөн семинарҙар үткәреү планлаштырыла.

Шулай итеп, 26 апрелдә «Ҡандракүл» тәбиғәт паркында марш үткәрелә, унда 150-нән ашыу уҡыусының ҡатнашыуы көтөлә. Сара йомғаҡтары буйынса иң яҡшы агитация бригадалары һәм плакаттары билдәләнәсәк.