9 декабрь, Йома

23 апрель 2013 йыл, 9:29

Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте көнө үтте

автор: Алик Шакиров | фото: Мәүлиҙә Ильясова

Үткән йомала Санкт-Петербургтың «Советский» концерт залында Башҡорт мәҙәниәте көнө үтте. Сара ҡаланың Мәҙәниәт буйынса комитеты һәм Башҡортостан Республикаһының Даими вәкиллеге ярҙамында Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) менән ойошторолдо. Программа сиктәрендә Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса «Башҡортостан» киностудияһы менән төшөрөлгән фильм күрһәтелде.

Сарала Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары – Азат Биксурин һәм Заһир Иҫәнсурин сығыш яһаны, тип хәбәр итте Башҡортостандың Санкт-Петербургтағы Даими вәкиллегенең баш белгесе Мәүлиҙә Ильясова. Шулай уҡ Люциә Буканова етәкселегендәге «Ирәндек» башҡорт фольклор ансамбле (Санкт-Петербург) ҙур концерт программаһын тәҡдим итте.

Байрам сиктәрендә күргәҙмә-йәрминкә ойошторолдо, унда башҡорт балы, халыҡ промыслалары изделиелары тәҡдим ителде. Сара йәштәр дискотекаһы менән тамамланды.