8 декабрь, Кесе йома

22 апрель 2013 йыл, 17:35

Хәйбулла районында «Йыл уҡыусыһы – 2013» билдәләнде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Хәйбулла районында «Йыл уҡыусыһы – 2013» билдәләнде. Уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса райондың иң яҡшы уҡыусыһын билдәләү төбәктә матур йолаға әүерелгән. Һәләтле уҡыусылар тураһында мәғлүмәт банкы муниципалитетта 2011 йылда булдырылған. Унда 1500 үҫмер иҫәпләнә.

Быйыл иң яҡшы уҡыусы исеменә 250 кеше дәғүә итте, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Финалға ете кеше үтте. Һөҙөмтәлә, иң күп мәрәй йыйып, Сиҙәм ауылы мәктәбенең 10 класс уҡысыһы Рәмил Иҫәнгилдин еңеүсе тип танылды. Иң яҡшы уҡыусыға – ноутбук, алты призерға планшеттар тапшырылды. Район һәм республика конкурстарында, олимпиадаларҙа, фестивалдәрҙә һәм ярыштарҙа еңеүселәргә балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр матбуғатына бушлай яҙылыу мөмкинлеге бирелде.

Райондың ата-әсәләр комитеты президиумы яҡшы уҡыған балаларҙың ата-әсәләрен дә тәбрикләне.