6 декабрь, Шишәмбе

22 апрель 2013 йыл, 17:15

Өфөлә «Социаль форум – 2013» ғилми проекттар конкурсында еңеүселәр тәбрикләнәсәк

автор: Эльмира Сабирова

23 апрелдә Профсоюздар йортонда V «Социаль форум — 2013» социаль проекттар конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтә.

Конкурсҡа үҙ идеяларын республиканың 13 районынан һәм 10 ҡалаһынан мәктәп уҡыусылары, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекцион мәктәптәрҙә, интернаттарҙа һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында уҡыған балалар ебәргән.

Быйылғы форум республикала иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә ойошторола.

Йәштәр араһында социаль өлкәләге тикшеренеү эштәренең абруйын күтәреү, уҡыусыларҙы ғилми һәм ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү, һәләтле балаларға ярҙам күрһәтеү, республикала имен социаль климат булдырыу бәйгенең төп маҡсаттары булып тора. Сара Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Рәсәй Космонавтика федерацияһының төбәк бүлексәһе ярҙамында ойошторола.

Конкурста еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы 14 сәғәттә башлана.