4 декабрь, Йәкшәмбе

22 апрель 2013 йыл, 16:46

Республикала яҙғы сәсеү эштәре башланды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда сәсеү кампанияһы старт алды, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Тәүгеләрҙән булып Бүздәк районы хужалыҡтары сәсеүгә төштө, унда 360 гектар майҙанда яҙғы культуралар сәселгән.

Бөгөнгө көндә сәсеү эштәре республиканың 10 төбәгендә – Әлшәй, Баҡалы, Благовар, Бүздәк, Ейәнсура, Күгәрсен, Кушнаренко, Миәкә, Өфө һәм Шишмә райондарында алып барыла. Дөйөм алғанда был райондарҙа бер меңдән ашыу гектарҙа яҙғы иген культуралары сәселгән.

Әлеге ваҡытта иген һәм һоло сәселә. Бынан тыш, Благовар районының ҡайһы бер баҫыуҙарында шәкәр сөгөлдөрө лә сәселә, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

темалар: ауыл хужалығы