5 декабрь, Дүшәмбе

22 апрель 2013 йыл, 15:51

«Башинформ» агентлығында журналистарҙың һорауҙарына Армен Джигарханян яуап бирҙе

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында СССР-ҙың халыҡ артисы Армен Джигарханяндың матбуғат конференцияһы тамамланды. «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусылары театр һәм кино мэтрына онлайн режимда һорауҙарын бирә алды.

Интернет менән ҡулланыусылар өсөн Армен Джигарханяндың журналистар менән аралашыуы «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында «Башинформ» агентлығы һәм «Ижтимағи электрон гәзит» баҫмаһы сайттарында бойомға ашырылды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 20-23 апрелдә Башҡортостан баш ҡалаһында Армен Джигарханян етәкселегендәге Мәскәү драма театрының гастролдәре үтә. Өфө тамашасыһына «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Мона», «Пигмалион», «Нерон һәм Сенека осоро театры» исемле өс спектакль тәҡдим ителә.