8 декабрь, Кесе йома

22 апрель 2013 йыл, 15:35

Рөстәм Хәмитов: «Беҙгә өҫтәмә килем сығанаҡтарын эҙләргә кәрәк»

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 20 апрелдә Федоровка районы буйлап эш сәфәре барышында төбәктең социаль-иҡтисади хәле менән танышты, бер нисә предприятие һәм учреждениела булды, шулай уҡ район Советы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм «Яҡташтар» проектында ҡатнашыусылар менән осрашты.

— Бюджетҡа өҫтәмә килем сығанаҡтарын эҙләргә кәрәк, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Федоровка районы активы менән осрашыуҙа. – Республика бюджетының яртыһы — эш хаҡын түләүгә, тағы дүрттән бер өлөшө – социаль инфраструктураны үҫтереүгә (мәктәптәр, дауаханалар), ҡалған 25 проценты дөйөм үҫешкә тотонола. Был ғына аҡса етмәй, бюджетты тулыландырыу өсөн өҫтәмә ресурстар табырға кәрәк.

Осрашыуҙа демографик хәл, башҡа ҡалаларға һәм төбәктәргә кешеләрҙең күпләп китеүе, сәнәғәт производствоһын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

— 2012 йыл Башҡортостан өсөн уңышлы булды, әммә был тарих булып ҡалды, — тине Рөстәм Хәмитов. – Эш хаҡын артабан да күтәрергә кәрәк – дөйөм алғанда ул 20 мең һумға тиклем арттырылды. Уҡытыусыларға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы өҫтәлде, быйыл бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы шулай уҡ 13 процентҡа арттырыласаҡ. Эшһеҙҙәр һаны кәмене. Төҙөлөш эштәре әүҙем алып барылды: 2,3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файаланыуға тапшырылды. Балалар баҡсалары мәсьәләһе яйға һалына – 2012 йылда 14,5 мең урын булдырылды, быйыл йәнә 11 мең урын булдырыу планлаштырыла. Был маҡсаттарға 2,3 миллиард һум аҡса бүленде.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Федоровка районында алдағы ваҡытта балалар баҡсаһында урындар етмәү мәсьәләһе хәл ителәсәк. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына ни бары 23 сабый сиратта тора. Ҙур булмаған балалар баҡсаһы төҙөргә кәрәк.

Район активы менән осрашыу барышында мәктәптәр темаһы ла ҡуҙғатылды. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар мәктәптәрҙе яңыртыу программаһының дауам ителеү-ителмәүе хаҡында ҡыҙыҡһынды. Президент билдәләүенсә, мәктәптәргә артабан да ярҙам күрһәтеләсәк, алдағы йылдарға уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыуға бюджетҡа аҡса һалынған да инде.