Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә 25 апрелдә юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса айлыҡ старт ала

Йәмғиәт

Башҡортостанда 25 апрелдән 25 майға тиклем автомобиль юлдарын төҙөкләндереү буйынса айлыҡ үтәсәк. Тейешле ҡарар республика Хөкүмәте бойороғо менән раҫланды.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төҙөкләндереү буйынса саралар юлдарҙың санитар-техник торошон яҡшыртыуҙы, юл буйы полосаларын, ауылдарҙың урам-юл селтәрен тәртипкә килтереүҙе күҙ уңында тота.

Муниципаль район, ҡала, ауыл хакимиәттәренә һәм Башҡортостан предприятиеларына юлдарҙы төҙөкләндереү, ремонтлау, архитектура яғынан биҙәү буйынса бригадалар ойошторорға тәҡдим ителде.

Автомобиль юлдарының торошон комплекслы тикшереү һәм юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эшкә йомғаҡ яһау 15 июнгә тиклем ойоштороласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть